Алға!

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Алға!

      – Сәйәсәттә асыҡлыҡ кәрәкме? Әлбиттә! Ҡайҙа барғаның аныҡ билдәле булғанда унда еңелерәк етелә. Бормаланыу, үҙ ағыш менән барыу йылғаға ғына килешә, ләкин ул да төбәлгән урынын яҡшы белә – тау-ҡаяларҙы урап үтә генә. Рәсәй президентының алдағы алты йылдағы үҫеш буйынса указы ошо йәһәттән бик ваҡытлы һәм был көндәрҙә уның буйынса фекер алышыу ҡыҙыу. Алдағы ярты сәғәт эсендә «2024 йылға тиклем осорға Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» тип аталған ошо документ буйынса беҙ ҙә ентекле фекер алышырбыҙ, ә әлегә – инеш һүҙ.

      Фарманға 7 майҙа, инаугурация көнөндә, ҡул ҡуйылғаны мәғлүм һәм бында төп маҡсат тип кешенең йәшәү кимәлен ныҡлап күтәреү билдәләнә. Ә нисек һуң күтәрергә? Иҡтисадты алға ебәреп. Ләкин ул былтыр бер ярым проценттан үрләй алманы. Алдағы ун йыллыҡта йылына 6, 7, 8 процент тура килә ине, быны атаҡлы өндәмә – тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыу булараҡ та хәтерләйбеҙ: эш хаҡы, пенсиялар күбәйҙе. Әммә әлеге бер ярым процент менән әллә ни эш ҡырып булмай.

      Ни өсөн һуң шундай наҡыҫлыҡ? Инвестициялар әҙ, яңы предприятиелар күпләп төҙөлмәй. Һөҙөмтәлә юғары түләүле эш урындары юҡ. Путин өҫтәмә 8 триллион һум һалынасағын вәғәҙәләне – йыл да сама менән ете процентҡа арттырыла барыу был. Һәм инвестицияларҙың тәғәйен ҡайҙа ебәрелере планлаштырыла.  Иҡтисадта был ике процент тирәһе үҫеш рәүешендә сағылыр, тип фаразлана. Бер ярым ине, икәү ҡушыла – өс ярым: барырлыҡ.    

      Был ғына ла түгел. Иҡтисадҡа инвестиция ағылғанда шул тармаҡтар ғына түгел, күршеләре лә йәнләнә – йәғни, тағы ике процент. Шуға күрә президент тәҡдим иткән программа биш ярым самаһы процентҡа иҫәп тота, тиергә була.

      Ләкин аҡсаны ҡайҙан алырға?.. Аптырарлыҡ хәл: илдә ул әҙ түгел. Халыҡтың банктарҙағы иҫәптәрендә генә лә – 26 триллион һум. Бөтә кешенеке лә юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Алтын-валюта резервы – 460 миллиард доллар, әлеге курс менән – 27 триллион һум. Йәмғеһе – 53 триллион.

      Фармандағы пункттарҙың һәр береһе – милли проект.

      Артабан ентекле һүҙгә күсәбеҙ – студияла академик Фәнил Фәйзуллинды сәләмләйбеҙ. 

Халыҡты эш менән тәъмин итеү. Спикер - Республика мәшғүллек үҙәгенең бүлек етәксеһе Айгөл Сабирова.
Асыҡ студия
Бюджет үтәлеше. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәре. Спикер-Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов.
Асыҡ студия
МХО-ға ярҙам. Спикер - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хәрби хәрәкәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов
Асыҡ студия
Уфимская волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями