Китаплы ҡул – өмөтлө ҡул

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Китаплы ҡул – өмөтлө ҡул

      – Нәфис әҙәбиәтте ысынлап та әҙерәк уҡыйбыҙмы хәҙер? Ысынлап та. Һәр хәлдә үткән быуаттың етмешенсе-һикһәненсе йылдары менән сағыштырғанда – шулай. Бер мәғлүмәткә юлыҡтым: иң күп уҡыған ил тип Һиндостан күрһәтелгәйне – аҙнаға 11 сәғәткә яҡын. Артабан Таиланд һәм Ҡытай килә. Рәсәй – етенсе урында. Ни өсөн? Донъялар үҙгәрҙе – китапҡа ихтыяж кәмене. Заман технологияларына ҡаршылыҡ юҡ, әммә, мәҫәлән, студенттың, семинарға әҙерләнгәндә, Интернетҡа инә килеп, күсерә һалыу күренеше, бар һәм – еңел килгән еңел китә лә. Әҙәби әҫәрҙе табыуҙы ябайлаштырҙы был, әммә, беренсенән, электрон форматтағы тексты әҙәм мейеһе хөртөрәк ҡабул итә, тип тә раҫлана, икенсенән, элекке хәл – эҙләп алыу бәҫен дә күтәрә ине һымаҡ. Нисек булһа ла уҡыу – һәйбәт, әлбиттә, файҙаһын өҫтәмә белдереп тормайыҡ.

      Әлеге инеш һүҙ ҙур әҙибә, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә рәсми лайыҡ булған Таңсулпан Ғарипова менән әңгәмәне асыр өсөн әйтелде. Ул – беҙҙең студияла. 

 

Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Студия ҡунағы - автобелгес Хәлим Әйүпов.
Асыҡ студия
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Янғындар. Һаҡланыу һәм иҫкәртеү.
Асыҡ студия
Парламент эше.
Парламент эше.
Асыҡ студия
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями