Бурысҡа тиң хоҡуҡ

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Бурысҡа тиң хоҡуҡ

       – Нимә ул һайлау? Һүҙҙе ныҡ ҡыҫҡа тотҡанда – асыҡ йәки йәшерен тауыш ысулы менән кемгәлер ниндәйҙер вәкәләт биреү. Оҙонайта төшһәк – дәүләттең ижтимағи-сәйәси тормошонда, йәмәғәт ойошмаһының, хеҙмәт коллективының эшмәкәрлегендә ҡатнашыуыбыҙҙың иң киң таралған формаһы. Сәйәси система эшләһен өсөн ғайәт мөһим институт.

      Кеше ғүмер юлында гел һайлай – дуҫтарын, һөнәрен, тормош юлдашын һәм башҡалар, әммә иң яуаплыһы – барыбер ҙә тотош ил кимәлендәге мәсьәләгә ҡараш белдереү. Шуға күрә Конституцияла яҙылғанды – тауыш биреү хоҡуғыбыҙҙы ҡәтғи бурыстай күреп үтәргә тейешлегебеҙ тураһындағы һығымта етди. Етди, сөнки быны илдең киләсәкке яҙмышы буйынса үҙенә күрә бер килешеү тип тә ҡабул итеү дөрөҫтөр: кандидатҡа үҙебеҙҙең исемдән ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге тапшырыла бит.

      Бөгөн «Асыҡ студия» тап ошо мәсьәләгә асыҡ – 9 сентябрҙә Башҡортостан парламенты – Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға яңы депутаттар һайларыбыҙ нигеҙ быға. Әле – кампанияның айырыуса ҡыҙған мәле – кисәнән участка һайлау комиссиялары эшләй башланы ла инде:  3391-е даими, 35-е – граждандарҙың ваҡытлыса булған ерҙәрендә ойошторолдо.

      Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә, шулай итеп, 110 депутат һайланасаҡ. Кандидаттар һаны күпкә күп. 

      Ентеклерәк мәғлүмәтте студия ҡунағы – Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтан ишетәйек.

 

Фәне барҙың хәле бар
Фәне барҙың хәле бар
Асыҡ студия
Йыйырбыҙ!
Йыйырбыҙ!
Асыҡ студия
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итә
Асыҡ студия
Уфимская волна
БАШКОРТТАР-БСТ