Үткәндең ҡайғылы ҡыҙыл төҫө

      Рәсүл Сәғитов:     

Фото №1 - Үткәндең ҡайғылы ҡыҙыл төҫө

      – Календарҙа бөгөн – һағышлы көн, сәйәси золом ҡорбандары хәтергә алына. 1974 йылдың 30 октябренән килә был дата, ул саҡта Советтар Союзындағы лагерҙарҙа репрессияларға ҡаршы аслыҡ иғлан ителә, артабан был йыл да башҡарыла. 1991 йылдың 18 октябренән инде көн рәсми таныла.

      Совет Рәсәйендә сәйәси золом 1917 йылда, Октябрь инҡилабы тормошҡа ашыу менән, башлана, тип иҫәпләнә – ошо яҡлап «ҡыҙыл террор» төшөнсәһе яҡшы билдәле. Шулай ҙа күпләп яза сығарыуҙар осоро тип 1927-1953 йылдар атала, ә был – Иосиф Сталин идараһы ваҡыты. Ҡорбандар буйынса аныҡ дөйөм мәғлүмәттәр әле булһа юҡ. 1937-1938 йылдарҙа ғына, сәйәси ғәйеп тағылып, миллион ярым кеше ҡулға алына, миллион өс йөҙө судтан тыш органдар тарафынан хөкөм ителә, 700 мең самаһы ватандашыбыҙ атып үлтерелә. Совет кешеләренең көндәлек тормошона «халыҡ дошманы» төшөнсәһе ныҡлап инә.

      Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау СССР-ҙа 1954 йылда баш ала, ләкин алтмышынсы йылдар уртаһында туҡтала, яңынан һикһәненселәр аҙағында ғына тергеҙелә.

      2015 йылда Рәсәйҙә репрессияға дусар булғандар рухын мәңгеләштереү буйынса дәүләт сәйәсәте концепцияһы раҫланды. Уға ярашлы, шул иҫәптән архив документтарына ирекле инеү хоҡуғы ла бирелә. Һәм быны бик мөһим мәсьәлә, тип баһалау дөрөҫ, сөнки рәсми ҡағыҙҙар ҡорбандарҙың бөгөн иҫән туғандары өсөн ифрат кәрәк.

      Артабан тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр Академияһының маҡтаулы академигы Марат Ҡолшәрипов һәм Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин менән һөйләшәбеҙ.

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ