Рәсүл Сәғитов:
– 2019 йылдың мартына – Башҡортостан Республикаһы рәсми ойошторолоуға, илдә тәүге булып, ана ниндәй ҙур биләмәлә, автономия яулауға ваҡыт әҙерәк ҡала барған һайын, тарихи юбилейҙың баһаһы ла арта. Һәм был һүҙ күрке өсөн генә әйтелмәне, тура мәғәнәһендә лә шулай – тотош быуат йөгө аҫтындағы ваҡиғалар сағыулана, төрлө сәбәптәр арҡаһында билдәлелеккә сығарылмаған документтар табыла, күргәҙмәләргә ҡуйыла. Тура бәйлелек тә бар – яңы дәүләти ҡоролош менән бергә уның архив хеҙмәте лә булдырыла бит. Шуға күрә үткән аҙнала Өфөлә үткән ҙур сара – Көньяҡ Урал археографияһы буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы республиканың да, илдең архив хеҙмәтенең дә 100 йыллығына арналыуы тәбиғи ҡабул да ителде.
Тарих ғилеменең оло ижтимағи-сәйәси күренештәрҙе аңлауҙы еңелләштергәнен, тимәк, ғәҙел һығымта яһау, хәҙергене киләсәккә дөрөҫ юл һайлау мөмкинлеген биргәнен дә беләбеҙ – бөгөнгө тапшырыуҙа һүҙ ошо хаҡта ла барыр.
Тарихи теманы бөгөн, тап 7 ноябрҙә, күтәреүебеҙ ҙә урынлы, тигән фекерҙәбеҙ – 1917 йылдың, яңы стиль менән иҫәпләгәндә ошо көнөндә, илдә ҙур боролош (әйҙәгеҙ, уны сәйәси ер тетрәү тип атайыҡ, сөнки донъяның аҫтын-өҫкә әйләндерә, илде шуға тиклемге һәм шунан һуңғы тигән ҡаты бүлеүгә килтерә) тормошҡа аша, тәү тапҡыр бынан 100 йыл әүәл – 1918 йылда, иғтибар ителһен, икенсе йылына уҡ, байрам да ителә, ә ял көнө рәүешендә 1927 йылдан иғлан ителә. Дәүләт кимәлендә билдәләмәү 1991 йылдан башлана, әммә 7 ноябрь 2005 йылға тиклем үк ял көнө булып килде, быныһын инде йәш быуын да иҫләйҙер. Сөнки 1996 йылда, Ельцин фарманы менән, исеме генә үҙгәртелде – татыулыҡ һәм килешеүсәнлек көнө тип аталды. 2004 йыл аҙағында Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте, уға ярашлы, байрам ғәмәлдән сығарылды.
Ә беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары, журналист, яҙыусы, ғалим Ниязбай Сәлимов.