Ҡаҙна сессияһы

      Рәсүл Сәғитов:

Фото №1 - Ҡаҙна сессияһы

      – «Көҙ» һәм «ҡаҙна» – тамырҙаш һүҙҙәрме? Һәр хәлдә бюджет ҡаралғанда – яҡынлыҡ ифрат ҙур. Илдең дә, республиканың да парламенттарында, ғөмүмән, көҙгө сессияны ҡаҙна сессияһы тип тә атап булғаны билдәле.

      Ҙур документтар былар, бик күп кеше хеҙмәте емеше. Федераль бюджет проекты, мәҫәлән, иғтибар ителһен – 400 мең биттән ашыуыраҡ күләмде биләй. Унда – йөҙәр меңләгән ҡарар, һәр береһе ваҡ ҡына һандарғаса теҙеп сығылған. Айырым юл менән юғары уҡыу йорттарына, бәғзе йәмәғәт ойошмаларына тиклем теркәлгән.

      Шуның менән бергә был – фараз, ниәт, самалау бюджеты ла, әлбиттә, йәғни байтаҡ яҡлап ул – шартлы. Шартлы, сөнки иҡтисади ысынбарлыҡ көтөлгәндән икенселәнеүсән һәм был юлы ла шулай булыуы бик ихтимал. Сәбәп – донъяла нефть менән газ хаҡына бәйлелектә, Рәсәй аҡсаһының Америка долларына ҡарата курсында. Быйылғы ҡаҙнаға ла былтыр, ана, нефттең бер барреле 43, 8 доллар менән һалынғайны, ә тәүге ярты йыллыҡта күңел йылынырлыҡ һан ҡалҡты – 68,8 доллар, айырма 60 процентҡа етә яҙҙы. Һум курсы буйынса ла хәл яҡшырҙы – финанс министрлығы доллар 64, 1 һум торор, тип планлаштырғайны, ғәмәлдә 59,3-тән күтәрелмәне. Һөҙөмтәлә нефть һәм газдан табыш йылдың тәүге алты айында күрәҙәләнгән 2,9 триллион урынына 3,9 триллион һум килде. Шул арауыҡта федераль ҡаҙна 7,3 триллион һумға тулыланырға тейеш ине, ысынында 8,6 триллион булып китте. Йәғни алға дефицит урынына профицит баҫты.

      Былар – һис һүҙһеҙ һәйбәт үҙгәрештәр, әммә бюджет тулылынауының иҡтисадты үҫтереүгә эшләүе мөһим. Юғиһә 2019 йылға ил ҡаҙнаһы проектында 20 триллион һум табыш алыныр, тип иҫәпләнелә, ә уның быйылғыға ҡарағанда сирек тапҡыр самаһына күберәклеген беләбеҙ. Етмәһә инфляция 4,3 проценттан артмаҫ, тип фаразлана. Иҡтисад тигәйнек, әлегә бөтә ведомстволар ҙа бюджетҡа уның үҫеше 2 проценттан да кәм булмаҫ, тип һала. Ә 3 процент – 2021 йылдан башлап ҡына.

      Федераль ҡаҙна нимә бирер? Алдағы йылда табиптарҙың, уҡытыусыларҙың һәм башҡаларҙың эш хаҡы 6 процентҡа өҫтәлә. Хеҙмәткә түләүҙең иң түбән күләмен 2020 йылда 2,9, 2021 йылда 2 процентҡа арттырыу башланғысы бар.

      Башҡортостан ҡаҙнаһы проекты ла ай башында Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға тапшырылды. Төп йөкмәткеһен былай тип билдәләп була –социаль өлкәгә сығымдар арта. Фараздың база вариантына ярашлы, яйлап Стратегия-2030-ға һәм иҡтисади үҫеште йылдамлатыуға сығыу күҙ аллана. Бының төп күрһәткесе булған тулайым төбәк продукты 2019 йылға уҡ арттырып һалына – 102,2 процент. Йылдамлыҡ тигәндә тәү нәүбәттә ауыл хужалығы менән сауҙаға таяныла.  

      Һүҙҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Рида Собханғолова ҡатнашлығында дауам итәбеҙ.

 

Рух ныҡлығы өҫтәне
Рух ныҡлығы өҫтәне
Асыҡ студия
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Геройҙар исемен мәңгеләштереү
Асыҡ студия
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Сәсереңдән алда һатырыңды уйла
Асыҡ студия
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ