Республикала ике медицина ойошмаһының ғына мигранттарға медицина ҡарауын үткәрергә хоҡуғы бар. Шуларҙың береһенең генераль директоры Раян Миһранов менән мигранттар тураһында әңгәмә ҡорабыҙ.
-Ҡайһы-бер мигранттар 10-шар йыл флюрография үтмәгән. Ҡоролмаға ҡайһы яҡ менән торорға, ҡайҙан ҡан бирергә кәрәклекте лә белмәйҙәр. Ә ҡулдарында справка бар. Элек республикала 49 медицина ойошмаһы медосмотр үткәргән. Нисек үткәргәндәр тигән һорау тыуа. Икенсе кешенең паспортын тотоп инеп ҡарағандар ҙа булғылай.
-Араларында сифилис, вич, туберкулез табабыҙ.
-Республикала 2018 йылда 151 мең кеше миграцион иҫәпкә алынған. 71 меңе-беренсе тапҡыр. Шуларҙың 16 меңдән ашыуы рәсми булмаған эш менән шөғөлләнгән, патент алмайса.
-Республика 500 миллионға яҡын аҡса алмаған бюджетҡа, ошондай алдаусылар араһында.
-Аралашсылар алдай. 50 меңгә тип саҡырып килтерәләр ҙә, 10 меңлек эш тәҡдим итәләр.
-3 айға ҡунаҡ булып теркәлә лә, теүәл 3 айҙан бер көнгә поездға ултырып йөрөп килә лә, яңынан “ҡунаҡ” булыуын дауам итә.
-Сауҙаға беҙҙең халыҡ та әүәҫ ул. Тик ашағыҙ-ашағыҙ, бына ниндәй тәмле әфлисун, персик алығыҙ, персик тип йөрөмәйәсәк.
-Вахатаға йөрөү үҙен аҡламай. 70 мең эш хаҡы. Бер айын өйҙә ята. Эшләмәй. Шул булдымы аҡса эшләү? Беҙҙекеләр ситтә тир түгеп эшләгән кеүек, мигранттар ҙа бында шулай тырыша.
Урта Азияла эш урындарын булдырһалар, мигранттар кәмейәсәк. Шул уҡ параллель үҙебеҙҙә. Эш урындарын булдырһалар, халыҡ ситкә китмәйәсәк. Тик беҙҙең халыҡта ялҡаулыҡ көслө. Быныһын тура әйтергә кәрәк.