Шәүрә Дилмөхәмәтова:
"Һаҡмар буйҙарын яңғыратып моң ағыла. Атайым ҡурайҙа уйнай. Йырҙарҙың тарихын һөйләй. Унан һуң, колохоздан алынған аттарға менеп, Иҫке Яҡуптың ялан, ҡырҙары буйлап сабып китәбеҙ. Йылы ел битемде иркәләй. Атайым: “ҡыҙым, ҡолонсағым, нығыраҡ тотон, ҡолап ҡуйма”, - тип мине ҡайғыртып килә... Мин иһә үҙ-аллы булыуымды, ҡыйыу икәнлегемде күрһәтергә тырышып, аттың йүгәнен тартам һәм алға ынтылам...
Был күңелгә уйылып ҡалған баласаҡ хәтирәһе. Тормошомдағы иң бәхетле мәлдәрҙең береһе...
Атайым Ишмулла Дилмөхәмәтовтың беҙҙең аранан китеүенә 30 йыл үтте. Әммә күңел был юғалтыуға һис кенә лә ышанырға теләмәй. Йылдар дауамында уңалмаған яра йәнде әрнетеп, һулдыҡлап һыҙлай. Атайымдың һыны һәр саҡ күҙ алдында, моңо һәм тауышы ҡолаҡта.
Вафатынан һуң, ҡурай моңон тыныс ҡына тыңлай алманым, дөрөҫөрәге, ишетһәм, йөрәгем атылып сығыр һымаҡ ине. “Ваҡыт – иң яҡшы дауа”,- тиҙәр. Тик был осраҡта түгел икән шул".
Тапшырыуҙа Башҡортостандың халыҡ артистары - Азат Айытҡолов, Ғәлиә Солтанова, Әхтәм Абушахманов, Миңләхмәт Ғәйнединов, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшин, "Башҡортостан" киностудияһы хеҙмәткәре Мәрйәм Закирйәнова, Башҡортостан кинемотографистар берлеге рәйесе Фәрит Ғәбитов ҡатнаша.