Шағирҙың улы Салауат Әлибаев:
- Бөгөн 21 февраль – атайымдың тыуған көнө. Иртә менән дуҫтары, яҡындары һәм яҡташтарынан ҡотлауҙар ҡабул итә торғайны. Телефон һис кенә лә тынмай. Кәйефе - күтәренке, йөҙөнән - йылмайыу китмәй. Ул шат һәм бәхетле. Һәр кем менән ихлас һөйләшә, йырлап та ебәрә...
Атайым тормоштоң һәр мәленән йәм һәм тәм табып йәшәне. Янындағы кешеләргә лә ҡыуаныс ҡына өләште. Итәғәтле, киң күңелле булды. Бер ҡасан да тауыш күтәрмәне. Балалар һымаҡ эскерһеҙ ине. Тормошто яратты, донъяның мөғжизәле икәнлегенә ышанды, илһамланып ижад итте, матурлыҡты, изгелекте данлап йырланы...
Бөгөн - атайымдың тыуған көнө... Һәм был көндө беренсе тапҡыр унһыҙ ҡаршылайбыҙ. Хәҙер йылдар унан башҡа аға... Әммә ул беҙҙең күңелдә, беҙҙең йөрәктә.
Атайым хеҙмәт юлын хәбәрсе булып башлай. Тырышлығын, оҫталығын, һәләтен күрәләр. Оҙаҡламай ул күп журналистар өсөн юл башы иҫәпләнгән, тәжрибә майҙансығы һаналған “Башҡортостан пионеры” газетаһының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
Беҙҙең өйҙә бай китапхана тупланған. Ғөмүмән, атайым китаптар йыйырға яратты. Уларҙың ҡәҙерен һәм баһаһын белде. Әйткәндәй, уға ауылда ябай китапханасы булып эшләргә лә тура килә. Ҙур китапхананы ла етәкләне ул. 1995 – 1998 йылдарҙа Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры булды.
Атайымды журналист, тәржемәсе, прозаик, драматург тиҙәр. Ә минеңсә ул тәү нәүбәттә – ШАҒИР. Шиғырҙары шул тиклем тәбиғи. Күңеле илағанда, йөрәге йырлағанда ҡулына ҡәләм алды. Шиғырҙарында яһалмалыҡ юҡ. Шуға ла донъя күргән китаптары бер ҡасан да магазин кәштәлерәндә туҙан йыйып ятманы...
Мин ҡулыма ҡәләм алдым...
Тамырҙарҙа шишмә тиртһен,
Бармағымдың остарында
Леп-леп итеп йөрәк типһен...
Шиғырҙары хис-тойғоло, кинәйәле, фекерле, нәзәкәтле, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағыла. Улар ҡояшлы май айының шифалы йылыһына оҡшаш. Йәнеңә йыуаныс, кинәнес өҫтәй, хәтергә һеңеп ҡала”...
Тапшырыуҙа Сафуан Әлибаевтың хәләл ефете Фәрҙиә Әлибаева, дуҫы Уйылдан Сәйетов, хеҙмәттәше Миңниса Баһуманова, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Фирҙүс Шәрәфуллин, шағир Ирек Кинйәбулатов, композитор Нур Дауытов, йырсы Фәнүнә Сиражетдинова ҡатнаша