Наил Ғәлиев. Йыһанға юл

Композиторҙың улы Вячеслав Голов:

Фото №1 - Наил Ғәлиев. Йыһанға юл

 

- “Бөрлөгәнем” йыры яңғырай. Күптәр  уны халыҡ йыры тип иҫәпләй. Был әҫәрҙе иһә минең атайым - композитор Николай Афанасьевич Голов яҙған. Йыр сәнғәтен яратыусылар уны Наил Ғәлиев тип таный. Милләте буйынса урыҫ, йөрәге һәм күңеле  менән башҡорт булған атайым бөтә ғүмерен музыкаға бағышланы. Йырҙарында мөхәбәтте, яҡташтарыбыҙҙы һәм  тыуған еребеҙҙе данланы. Йылдар үтеү менән мин хатта, уның һымаҡ башҡорт сәнғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бүтән урыҫ юҡтыр тигән фекергә киләм.

Атайым Николай Голов Федоровка районында тыуған. Өләсәйем бик йәшләй генә донъя ҡуя. Өс-дүрт йәшлек малай Стәрлебаш районында йәшәгән инәһендә тәрбиәләнә башлай. Унда башҡорт, татар телдәрен өйрәнә, халыҡ йырҙарына ғашиҡ була.

Атайым Стәрлебаш районында 7 класты тамамлай. Ырымбур ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡый. Слесарь дипломын ала. Унан һуң, сәнғәт училищеһында белем ала. Бөгөн атайымдың документтарын ҡарайым. Ул бөтә фәндәрҙән дә “бишкә” генә өлгәшкән.

1961 йылда атайым “Өфө уттары” тип аталған беренсе эстрада-инструменталь ансамблен ойоштора. Коллектив тиҙ арала халыҡ араһында танылыу яулай.

50 йыл эсендә “Өфө уттары” ансамбле 8 меңдән ашыу концерт ҡуя. Республикала атайым менән әсәйем булмаған төбәк бик һирәктер. Уларға тракторҙа ла, ат санаһында ла йөрөргә тура килә. Төркөмдө Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарында ла көтөп алалар.

Атайым менән әсәйем сәхнәлә лә, тормошта ла гел бергә булды. Улар бергә уҙған саҡырымдарҙы иҫәпләү ҙә мөмкин түгел. Юлдары гел уңды, йылдары бәхеткә, һөйөүгә һәм моңға тулы ине.

Минеңсә, улар бер-береһен ярты һүҙҙән, хатта күҙ ҡарашынан аңлай торғайны. 

Атайым әсәйемә арнап байтаҡ йырҙар яҙған. Уларҙың һәр береһенең тарихы бар. Мәҫәлән, күптәр халыҡ йыры тип белгән “Оҙата кил” йыры әсәйем дауаханала ятҡанда ижад ителгән. Атайым уның һаулығы һәм ғүмере өсөн борсолған.

Ул һәр йәһәттән иҫ киткес кеше ине. Беҙгә яҡшы тәрбиә бирҙе. Дөрөҫөрәге, өлгө күрһәтте, беҙ иһә һынатмаҫҡа, уға оҡшарға тырыштыҡ. Апайым Зарема ла, мин дә мәктәптә тырышып уҡыныҡ. Өйөбөҙҙә ҙур китапхана була торғайны. Ул ысын мәғәнәһендә хазина һаналды. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен дә, рус әҙиптәренең китаптарын да, сит ил әҙәбиәте өлгөләрен дә йотлоғоп уҡыныҡ. Китап тотоп йоҡоһоҙ үткәрелгән төндәр ҙә күп ине...

Атайыбыҙ етем үҫкән, шуға ла беҙҙән йөрәк йылыһын, наҙын, иғтибарын  йәлләмәне. Беҙгә ваҡыт бүлергә тырышты. Ысын дуҫ булды.

Был донъяға бер кем дә мәңгелеккә килмәй. 2005 йылда атайым баҡыйлыҡҡа күсте. Әммә һәләтле кешеләр үлмәй. Уларҙан һуң изге эштәр, матур хәтирәләр, ижади мираҫ ҡала. Атайымдың йөрәк йылыһы әҫәрҙәрендә һаҡлана.  Йырҙары ҙәм көйҙәре йорттарҙа, урамдарҙа, эфир киңлектәрендә, бөтә йыһанда яңғырай. Композитор өсөн бынан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Йырҙары онотолмай икән, исеме лә  хәтерҙән юйылмаясаҡ. 

   

 

Хәким Мортазинды иҫкә алабыҙ...
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Ришат Миндияров. Яҡты хәтер.
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Әхәт Мортазин. Өфө һөйләр, тыңлар, хәтерләр
Атайым тураһында һөйләгеҙ
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии