Шағирҙың улы Рәсүл Дәүләтҡолов:
- Атайымды асыҡ ҡына төҫмөрләй алмайым. Ул беҙҙең аранан киткәндә миңә ни бары 4 йәш тулған. Уның йылмайыуы, сабыйҙарса ҡыуаныуы һис кенә лә иҫемдән сыҡмай. Көлөр, һәр ваҡыт шаяртыр ине.
Әҙерәк үҫә төшкәс, әсәйем миңә атайымдың хатын бирҙе. Унда “Әсәйеңде тыңла!” тип яҙылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем дә унан һуң оҙаҡ торманы, баҡыйлыҡҡа күсте.
Атайым Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуып үҫкән. Был төбәктә далалар бөтөп, Урал тауҙары башлана, данлыҡлы Ҡыҙыл йылғаһы аға.
Атайым йыш ҡына дауаханала ятҡан. Дуҫтары әйтеүенсә, унан һәр саҡ яңы пьеса күтәреп сыҡҡан. Әҫәр иһә тиҙ арала республикалағы берәй театрҙа ҡуйылған. Ул дауаханаға эләкһә, ҡәләмдәштәре яңы премьера көткән. Ғүмеренең ҡыҫҡа булыуын, оҙаҡламай китәсәген белеп, атайым хатта ауырыу мәлен дә ижад өсөн файҙаланып ҡалырға тырышҡан.
Атайымдың фоторәсемдәре бик әҙ. Бер быуын ҡәләмдәштәр йыйылып фотоға ла төшмәгән икән. Әллә быны кәрәк тапмаған, әллә ваҡ-төйәк тип иҫәпләгән. Әйтеүе ҡыйын.
Eys\ iиғриәте үтә лә һағышлы һымаҡ. Баласаҡтан ауыр сиргә тарыуы, туҡһанынсы йылдарҙың аяуһыҙ елдәре, заман һалған ыҙалар шағир өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер... Ҡәләмдәштәре әйтеүенсә, атайым үҙенең тәбиғи булмышы менән дә “яралы торна” хәләтендә булған, күрәһең.
Атайым оҫта импровизатор булды һәм күп кенә шиғырҙары урамдан атлағанда йәки сәй эсеп ултырғанда тыуа торғайны. Йәғни һис көсөргәнешлекһеҙ, үҙенән-үҙе. Бер мәлде айырыуса яҡшы хәтерләйем. Балалар баҡсаһында яңы йыл байрамы ойошторалар. Әсәйемә “миңә матур шиғыр кәрәк” тинем. Ул һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, атайым шунда уҡ, улым, хәҙер, барыһын да эшләрбеҙ, тине.
Ышанаһығыҙмы, юҡмы, 2-3 минут эсендә балалар өсөн шиғыр әҙер ине. Ул әле лә хәтеремдә:
Ҡыш Бабай, ҡыш Бабай
Миңә күстәнәс давай!
Күстәнәсең булмаһа,
Миңә кишер ҙә ярай!
Был шиғырҙы һөйләгәс, бөтә ата-әсәләр ҡул сапты. Кем яҙҙы? - тигән һорауға, бөтә балалар баҡсаһын яңғыратып “минең атайым”,- тип, ғорурланып әйткәнем һаман да иҫемдә.
Бөгөн дә мин уның менән ғорурланам. Күләм булһын өсөн генә яҙылмаған әҫәрҙәрен уҡып һоҡланам. Атайым уларҙа заман һалған яраларҙан һыҙланыуын белдерә, туған халҡының әрнеү-ғазаптарын сағылдыра, әммә бер ҡасан да зарланмай.
Моң тулы йөрәгенә иҫем китә. Тура һүҙенә, үткер ҡәләменә таң ҡалам.
Алтын миҙгел...
Урам...
Йырсы йүкә...
Ә мин кем һуң, бер сүп түгелме?!
Көҙгө елдәр хөкөмөнә ҡалып,
Өҙгөләнгән япраҡ шикелле
Баҫып торам...
Япраҡ тинем дә ул,
Шулай була ҡалһа, ҡана һуң...
Торған һайын шик-шөбһәле уйҙар
Нығыраҡ сапсый намыҫ яраһын.
Үкенмәҫ тә инем (тағы хыял!)
Был урамда үткән ғүмергә,
Йүкәләрҙең бер япрағы булып,
Йырлай-йырлай төшһәм мин ергә.
Атайым әҙәбиәт донъяһына килде, күренде, балҡыны, донъяға һоҡланды, бик күптәрҙе таң ҡалдырҙы һәм баҡыйлыҡҡа күсте. Бөйөк полководец әйтмешләй, “Килдем, күрҙем, еңдем” кеүек булды уның ғүмере.
Тормошҡа ашмаған хыялдары, яҙылмаған шиғырҙары ҡалды. Байтаҡ ҡулъяҙмалары бар. Уларҙы китап итеп баҫтырырмын тип ышанам.
Атайым менән ысын ирҙәрсә һөйләшкем килә. Кәңәштәрен ишетергә, шатлығым менән уртаҡлашырға теләр инем.
Буй еткерҙем, 23 миңә. Тәрбиәләгән, ауыр саҡта атайымды ла, әсәйемде лә алмаштырған туғандарыма рәхмәт! Атайым мине күрһә, “Һай минең улым, Рәсүлем”, тип ҡосағына ҡыҫыр, арҡамдан һөйөр ине... Әммә был хыял ғына... Атайым минең менән ғорурланырлыҡ ул булырға тырышам. Уның кеүек офоҡтоң был яғында ла яҡты эҙ, хәтер ҡалдыра алһам ине...