Аҙнаға йомғаҡ

Белгестәр әйтмешләй астронимик яҙ ҙа килеп етте – төнъяк ярымшарында көн менән төн тигеҙләшкән мәлде ошолай тип атайҙар. Ҡояш нығыраҡ йылыта, ҡар ҙа күҙгә күренеп ирей. Халыҡ һәм тейешле хеҙмәттәр яҙҙың етди осоро – ташҡынға әҙерләнә. Уҙып барған аҙнала ижтимағи-сәйәси тормошобоҙҙа ла мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар етерләк булды. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

Бала ҡарау ни хаҡ? Башҡортостанда балалар баҡсаһына түләү ҡиммәтләнә. Мәғариф министрлығында хаҡтар артыуын ваҡытлыса күренеш тип аңлаталар. Ғаиләләргә льготаларҙы кире нисек ҡайтарырға?

Мавроди эҙҙәре буйлап.  Республикала йәнә финанс пирамидалар төҙөүселәр әүҙемләшә. Мутлашыусылар тоҙағына нисек эләкмәҫкә?

Башҡортостанда ташҡынға бәйле аныҡ фараздар иғлан ителде. Быйылғы яҙғы һыуҙар нимә алып киләсәк?

Сәнәғәтселәр ҡор йыйҙы. Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы уҙҙы. Импортҡа алмаш программаһы нисек хәл ителә?

Федерализм беҙҙән башлана. Башҡортостан автономияһына – 98 йыл тулды. Мөстәҡиллек ҡаҙаныштары һәм тарихи әһәмиәте.

Яҙ килә – Нәүрүз килә. Өфөлә төрки һәм иран халыҡтарының яҙҙы ҡаршылау байрамы үтте.

Мәргән уҡсы – ғәскәргә тиң. Учалыла боронғо башҡорт йолаларын тергеҙәләр. Районда традицион уҡтан атыу буйынса бәйге үтте.

Республикалағы социаль-иҡтисади мәсьәләләр. Муниципалитеттарҙың эше. С.Юлаев һәйкәлен реставрациялау.
Аҙна яңылыҡтары
Рәсәй - Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы. Махсус хәрби операция.
Аҙна яңылыҡтары
Махсус хәрби операция. Федераль трасса: юлдар, күперҙәр төҙөү. "Ҡара йома"акцияһы.
Аҙна яңылыҡтары
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями