Был аҙнаны йомғаҡлағанда, шундай мәлдәргә иғтибар күберәк булды: •Республика хөкүмәте депутаттар алдында хисап тотто. Унан күренеүенсә, етештереү арта, ғүмер оҙонлоғо арта, байҙар һәм фәҡирҙәр араһында айырма ла арта. •Халыҡҡа иң яҡын власть - урындағы үҙидаралыҡтар көнө билдәләнде. Әммә район-ҡала хакимиәттәрендә байрам ваҡыты түгел. Ташҡындан ҡурсалау, юлдарҙы ремонтлау- әле уларҙың төп бурыстары. •Барыһы ла ҡан туғандаш беҙҙә. Рәсәйҙә донорҙар көнө билдәләнде. •Рәсәй ветеринарҙары Өфөгә йыйылды. Малдарҙы сирҙән ҡурсалауҙан тыш, улар бал ҡорттарын һаҡлау, башҡа темаларҙы тикшерҙе. Эмбарголағы сит ил белгестәре лә Рәсәй ветеринарҙарын малсылыҡтан табыш алырға өйрәтергә тырышты. •Яҙ театрға ла етте. Республика театрҙары Өфөгә йыйылды - махсус фестиваль барышында 15 спектакль күрһәтелә. •Кирилл менән Мефодий ҡаҙаҡтарға үпкәләмәҫме? Урта Азия латин алфавитына күсә. Рәсәй менән бәйләнештәрҙән ҡасыу түгелме? Рәсәйҙең төрки төбәктәре ҡаҙаҡтарға эйәрергә йыйынмай. Сығарылышта ошо һәм башҡа темаларға туҡталырбыҙ.