Инйәр - Белорет районындағы иң ҙур ауылдарҙың береһе. Инйәр ҡатайҙары төйәк иткән ер баш ҡаланан алыҫта, тау-урмандар араһында ята. “Ҡатай ғына ере ҡая ташлы, ыжғыр буранлы” тип яҙа йәнтөйәген данлап билдәле шағирә Гүзәл Ситдыҡова. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттары урындағы халыҡтың холҡонда ла, һөйләшендә лә сағылыш таба тиҙәр. Ә шулай ҙа шағирә һүҙҙәре менән дауам иткәндә: “Ҡаты ергә баҫһаң — ышаныслы, ныҡлы терәп була арҡаны.” Шуға ла инйәрҙәр “Өрөк төшө кеүек аяулымын, Ҡатай ере, һин – ҡуш ҡалҡаным”, – тип йәшәй. Тауҙарҙың ҡырыҫ холҡо һүлпәндәрҙе, йоҡо һимертеүселәрҙе өнәмәй. Төбәктә бары тик сәмлеләр, үҙ һүҙле тырыштар ғына көн итә. Инйәрҙәр уңған ғына түгел, сәнғәткә лә маһирҙар. Ауылда заман талаптарына бөтә яҡтан да яуап бирерлек, ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмаған мәҙәниәт йорто гөрләп тора. 1998 йылда бында йортонда “Елмерҙәк” башҡорт үҙешмәкәр театры ойошторола. Уның художество етәксеһе итеп Сәғилә Сөләймән ҡыҙы Мырҙағәлина тәғәйенләнә. Үҙешмәкәр артистарҙы туплап, дәртләндереп, төрлө сағыу тамашалар, кисә, байрамдар ойошторған дәртле замандашыбыҙ – тапшырыу геройы.