Туризм.

Күперҙәр
Туризм.
Күперҙәр

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа туризм бик йылдам үҫешә.

Быны һүҙҙә генә түгел, һандарҙа ла күрһәтергә мөмкин. 2022 йылда туризм үҫешенә дәүләт ярҙамы 500 миллион һумға яҡын булһа, 2023 йылда - 1 миллиард 900 миллион самаһы. Шул иҫәптән, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектына 2022 йылда 78 млн, 2023-тә 1326 млн һум бүленгән.


Рәсәй туризмы тарихында тәүгә эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән бығаса булмаған ярҙам саралары күрелә. Радий Хәбиров республикала эш башлағас та, Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү менән бәйле хәл киҫкен, тип билдәләне. Ул проблеманы кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләй. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым льготалары һәм административ ташламалар системаһы булдырырға ҡарар ителде.

Туризм.
Күперҙәр
Ғаилә күперҙәре.
Күперҙәр
Тарихи күперҙәр.
Күперҙәр
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ