Һәр кем өсөн тыуған яғы изге. Әлмир Әхтәмов үҙ төбәгенең алдынғы ҡарашлы фермерҙарының береһе. 2017 йылда тыуған Күгәрсен районы Ҡалдар ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, бөгөн ер эшкәртеү, иген кльтуралары сәсеү, мал аҙығы үҫтереү менән мәшғүл.
Туғыҙ йыл эсендә крәҫтиән-фермер хужалығына төрлө осор кисерергә тура килә - бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ йонсотһа, быйыл иһә туҡтауһыҙ ямғырҙар бәкәлгә һуға. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар юлда осрап тормаһын, ҡулдарҙы төшөрөп булмай. Артабан ауыл хужалығы тармағын заман талаптарына яраҡлашып үҫтерергә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, тип илһамланып эшләй фермер Әлмир Әхтәмов.