Өфө районы Ҡармасан ауылы халҡы мәҙәниәт йорто булмауына зарлана

Ҡармасан ауылы мәҙәниәт усағына 1956 йылда нигеҙ һалына. Ул ваҡытында төбәктә гөрләп торған ауыл хужалығы тырышлығында төҙөлә. Ваҡыт үтеү менән бина таушала. Һәм, 2017 йылда ул бөтөнләй ябыла. Ике йыл самаһы инде мәҙәниәт усағында тынлыҡ хөкөм һөрә. Музыка ҡоралдары уйналмағас эшлектән сыҡҡан. Түшәм иһә бөгөн, йә иртәгә тигәндәй ишелергә тора. Саңға күмелгән сәхнә, тамаша залы иҙәненә баҫҡан һайын сайҡала.

Фото №1 - Өфө районы Ҡармасан ауылы халҡы мәҙәниәт йорто булмауына зарлана

Сәхнә урынына бүлмә. Тар булыуға ҡарамаҫтан, йәш бейеүселәр һыр бирмәй. Әҙилә Йомағужина хореография нескәлектәрен теләп өйрәнә. Сөнки, уҡыусы ҡыҙ киләсәктә актриса булырға хыяллана.

Әҙилә Йомағужина, Ҡармасан ауылы мәктәбе уҡыусыһы: “Беҙ элек клубта йырлай-бейей инек. Хәҙер бәләкәй бүлмәлә. Шулай ҙа һыйышырға тура килә”.

Әлбиттә, ауылда мәҙәниәт усағы юҡ тип әйтеп булмай. Бар ул. Берәү түгел, хатта ике учреждение. Тик, икеһенең дә ишегенә йоҙаҡ эленгән.

Белгестәр бина авария хәлендә тигән ҡарар сығара. Бығаса театр-концерт тамашаларынан гөр килгән мәҙәниәт усағына йоҙаҡ эленә.

Ауыл халҡы республика, федераль кимәлдә эшләп килгән берәй программала ҡатнашырға иҫәп тота. Нисек тә булһа, мәҙәниәт усағын төҙөкләндереү маҡсатында. Был йәһәттән, ауылдаштарҙың тәжрибәһе бар. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында мәҫәлән, ҡармасандар хоккей майҙансығын булдыра. Әле лә кәрәкле сумманы туплап эшләрҙәр ине лә ул, ләкин клуб бөтөнләй ремонтҡа яраҡһыҙ.

Люциә Исламова, Ҡармасан ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы: “Быйыл ауыл халҡы менән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып мәҙәниәт усағын төҙөкләндереү маҡсаты бар ине. Ләкин, экспертиза һөҙөмтәләренә ярашлы, бина бөтөнләй капиталь ремонтҡа яраҡлы түгел. Авария хәлендә. Яңыһын төҙөү талап ителә”.

Шулай уҡ, ауыл халҡы, совет биләмәһе тырышлығында Ҡармасандың үҙ китапханаһы булдырыла. Ярай, әле ул бар. Йә булмаһа, халыҡтың бөтөнләй аралашыр-күрешер урыны булмаҫ ине. Заман электрон вариантҡа күсеүгә, интернет киңлектәренә "сумыу"ға ҡарамаҫтан, китапхананан халыҡ өҙөлмәй. Төрлө быуын вәкилдәре теләп йөрөй. Ҡармасан ауылы китапханаһы ла күптән түгел, тулы һәм заманса яңырыу кисергән.

Ильмира Таирова: “Китапхананың яңыртылыуы бик һәйбәт. Сөнки хәҙерге ваҡытта заманса булырға тейеш. Үҙенә йәлеп итергә тейеш. Шулай тип уйлайым”.

Моделле китапхана, ғөмүмән әлеге ваҡытта мәҙәниәт йорто эшен башҡара. Ләкин, һанаулы ғына кешеләрҙе һыйҙыра. Шуға ла, ҡайһы бер байрамдар үткәрелмәй, ситтә тороп ҡала. Мәҙәни тормоштоң яйлап ситләшеүен иҫәпкә алып Руслан Сәғитов исемле замандашыбыҙ интернет селтәре аша республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Булған мәҙәниәт усағының эшләмәүен, балаларҙың ташландыҡ ферма алдында әйлән-бәйлән уйнауын билдәләнгән.

Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, "Мәҙәни мөхит" төбәк милли проектына барлығы 26 мәҙәни-ял учреждениеһы ингән. Өфө районы буйынса улар өсәү. Урыҫ Юрмашы, Жуков һәм Зубов ауылдары. Билдәләнгән объекттар федераль субсидия ярҙамында 2020-2022 йылдарҙа төҙөү планына индерелгән. Улар халыҡ һорауы буйынса һайланған. Ҡармасандарға хәҙер тейешле документтар туплап ведомствоға мөрәжәғәт итергә генә ҡала.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ